Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
19 Декабрь 2019, 14:10

Яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһында - янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһына янғынды иҫкәртеү приборы ла өҫтәләсәк..

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 2020 йылдың 1 мартынан яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһына янғынды иҫкәртеү приборы ла өҫтәләсәк. Тәүҙә был приборҙар аҙ тәьмин ителгән ишле, шулай уҡ балаһы булған һәм социаль хәүефле хәлдә тип билдәләнгән ғаиләләргә бушлай бирелә ине. Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталынан был датчиктар яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы менән бергә тапшырыла. Ун бер меңдән ашыу кеше янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын алған да инде. Бөгөн республикала бюджет аҡсаһы иҫәбенә 120 меңдән ашыу янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Улар ярҙамында янғын ваҡытында 336 кешенең ғүмере ҡотҡарылған, шуларҙың 131-е – балалар.
фото/pixabay
Читайте нас: