Әлшәй хәбәрҙәре
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
18 Декабрь 2019, 18:10

Инсульт кисергәндәргә бушлай дарыу

Рәсәйҙә 2024 йылға тиклем «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты бойомға ашыраласаҡ.

Уның сиктәрендә был өлкәгә 1,7 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был йүнәлештә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлемде кәметеү, 140 ҡан тамырҙары үҙәген һәм 469 бүлексәне медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү ҡаралған. Төп маҡсат– кешеләрҙең ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткереү. Миокард инфаркты, киҫкен коронар синдром һәм инсульт кеүек ҡан тамырҙары, йөрәк ауырыуҙары кисергән, йөрәктәренә операция эшләткән кешеләр 2020 йылдан дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителәсәк. Улар бындай мөмкинлек менән ике йыл буйына файҙалана аласаҡ. Табиптар билдәләүенсә, инфаркт, инсульт кисергән һәр өсөнсө кешелә , дарыуҙар ҡулланмау сәбәпле, шул уҡ йылды был сирҙәрҙең тағы ла ҡабатланыуы ихтимал.
фото/pixabay
Читайте нас: