Ә быға һәммәбеҙҙе күптән борсоған мәсьәлә сәбәпсе. Торлаҡ кварталдары эргәһендәге контейнерҙар өсөн майҙансыҡтар, подъездар алды машина менән тулған була. Һөҙөмтәлә бындай урындарға сүп-сар ташыған машиналар хатта яҡын да килә алмай. “Автомобилдәрҙе парковкалау тыйыла!” тигән яҙыуҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡала. “Контейнер майҙансыҡтарын, сүп-сар үткәргестәрҙе тулыһынса хеҙмәтләндермәү тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһамай ҡалмай”, – тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Ошо хәлде үҙгәртеү өсөн республика парламенты депутаттары штраф һалыу тураһындағы закон проектын декабрҙәге пленар ултырышта ҡабул итергә уйлай. Был осраҡта яңы нормалар 2020 йылдың ғинуарында ғәмәлгә инәсәк. Шулай итеп, контейнер майҙансыҡтарында һәм сүп-сар үткәргестәр алдында машинаны парковкалаған граждандар өсөн штраф – берҙән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – биштән 10 мең һумға, ойошма-предприятиелар (юридик шәхестәр) өсөн 20-нән 30 мең һумға тиклем буласаҡ. Әгәр штраф ҡабат һалынһа, граждандар өсөн был сумма – өстән дүрт мең һумға, вазифалы кешеләр өсөн – 15-тән 20, ойошма-предприятиелар өсөн 35-тән 50 мең һумға тиклем артасаҡ. Тик бер иҫкәрмә бар: юғарыла әйтелгәндәр контейнерҙар майҙансыҡтарын файҙаланыу, тәртипкә килтереү менән шөғөлләнгән һәм халыҡтың көнкүрешен тәьмин иткән объекттарҙа һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе атҡарыусы хеҙмәттәргә ҡағылмай.