Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
5 Декабрь 2019, 19:10

Яңы йыл серпантины

Районда ауыл биләмәләре, предприятиелар һәм ойошмалар араһында майҙансыҡтарҙы иң яҡшы биҙәүгә “Яңы йыл кәйефе” тип аталған конкурс иғлан ителде.

Декабрь тулыһынса үҙ хоҡуҡтарына инде. Ниһайәт, ер өҫтөн ап-ҡар ҡар ҡапланы, дөрөҫ, әлегә ҡар күп түгел, әммә бөтә ерҙә ҡыш һулышы һиҙелә. Тиҙҙән Яңы йыл байрамы етәсәк һәм уға әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара.

Традицион Яңы йыл шыршылары майҙандарҙа лайыҡлы урын алды, боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү башланды, район хакимиәте башлығы ҡарары менән байрам саралары планы раҫланды. Күп кенә урындарҙа сағыу төҫтәр менән балҡыған гирляндалар эленде, әлшәйҙәр биналарҙы, йорттарҙы биҙәй башланы.

Ә районда ауыл биләмәләре, предприятиелар һәм ойошмалар араһында майҙансыҡтарҙы иң яҡшы биҙәүгә “Яңы йыл кәйефе” тип аталған конкурс иғлан ителде. 10 декабрҙән 24 декабргә тиклем уҙасаҡ ярышта предприятиелар һәм ойошмаларҙы (биналарҙың алғы яғын, ағастарҙы) биҙәү буйынса – “Яңы йыл серпантины”, шәхси йорттарҙы биҙәү буйынса – “Минең йортомда – Яңы йыл”, ауыл биләмәләре араһында “Минең тылсымлы ҡышҡы ауылым” номинациялары буйынса иң яҡшы майҙансыҡтар билдәләнәсәк. Ә еңеүселәрҙең исемдәре 31 декабрҙә Раевка ауылының Совет майҙанында район Яңы йыл шыршы байрамын асыу тантанаһында иғлан ителәсәк.

Фото: Яндекс

Читайте нас: