Әлшәй хәбәрҙәре
-25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
3 Декабрь 2019, 17:55

Яңы йыл ялдары кәмерме?

Көтөп алған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Халыҡ был көндәрҙә оҙаҡ ял итергә ғәҙәтләнеп тә алды.

Берәүҙәр атай-әсәйҙәренә барып ял итә , икенселәр буш ваҡытын ғаиләһе менән үткәрә. Әммә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары был ялдарҙы ҡыҫҡартыу тәҡдимен индергән. Яңы йыл ялдары 31 декабрҙән 3 ғинуарға тиклем дә еткән, тип иҫәпләй улар. Ә күберәк ял итәһе килгәндәргә ҡалған көндәрҙе сираттағы ял иҫәбенә алырға кәңәш итәләр. - Теләге булғандар Яңы йыл каникулын отпуск иҫәбенә оҙонайта ала. Әгәр ҙә ял кешегә күп кеүек тойолһа, ул рәхәтләнеп эшкә сыға ала, - тип аңлатҡан Дәүләт Думаһы депутаттары. Был әлегә бары тәҡдим генә. 2020 йылда 1 ғинуарҙан 8-енә тиклем ял итәсәкбеҙ.

фото/яндекс
Читайте нас: