Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
22 Ноябрь 2019, 11:10

“Яңы йыл мөғжизәһе бүләк ит!”

Яңы йыл байрамында һәр бала ниндәйҙер мөғжизә көтә.

Бигерәк тә һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар быға мохтаж.

Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙең нисек йәшәүе тураһында күп ваҡыт уйлап та бөтөрмәйбеҙ. Уларҙың күбеһе аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡ һатып алыуға бәйле ауырлыҡтар кисерә. Әммә ғаилә ниндәй генә булмаһын – ярлымы ул, баймы, балалар һәр ваҡыт байрамды көтөп ала һәм мөғжизәгә ышана.

Ҡәҙерле әлшәйҙәр! БР Көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәгенең Әлшәй районындағы “Ғаилә” хеҙмәте 20 ноябрҙән 27 декабргә тиклем “Яңы йыл мөғжизәһе бүләк ит!” акцияһы үткәрә. Уның барышында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә яңы йыл бүләктәре, шулай уҡ тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, тәм-том, уйынсыҡтар, балалар өсөн саналар, коляскалар, ҡышҡы өҫ һәм аяҡ кейемдәре бүләк итә алаһығыҙ.

Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала! Изге күңелле кешеләрҙе Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23 а адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ. Белешмәләр өсөн тел. 2-15-62.


фото/яндекс

Читайте нас: