Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
13 Ноябрь 2019, 13:37

Биш тинлек тәңкәләр һеҙҙе миллионер итә ала

8 ноябрҙә гәзитебеҙҙең сайтында “Совет аҡсаһы ҡалғанмы? Тимәк, һеҙ – миллионер!” тигән мәғлүмәт баҫылғас, аптыраған һәм ышанмаған кешеләр күп булды.

Бер ҡараһаң, ғәжәпләнергә урын бар: биш тинлек совет аҡсаһы хәҙер 15 мең һум торһон әле! Ғәмәлдә, эйе, ҡайһы берҙәре үтә ҡиммәт икән.



“Уларҙы ҡайҙан алырға?” – тип яҙа беҙҙең сайтты уҡыусыларҙың береһе. Бер ҡатлыраҡ һорау, сөнки ҡайҙандыр барып алырға булһа, уларҙы һеҙгә һатып ҡына бирәсәктәр. Ә һүҙ өйөгөҙҙә борон-борондан һаҡланып ҡалған (өләсәйҙең һандығында) тәңкәләр тураһында бара. Боронғо аҡсаны махсус эҙләп йөрөүселәр ҙә бар. Улар йәй көнө иртәнге сәғәт биш-алты тирәһендә (кеше аяғы һил саҡта, күрәһең) ауылдарҙағы ташландыҡ йәки һүтеп алынған йорттарҙың нигеҙҙәре тирәһендә аҡтарына. Уларҙың тәңкә табырға ярҙам иткән приборҙары ла бар.


“Ундай тәңкәләрҙе бер ҡайҙа ла ҡабул итмәйәсәктәр...” – тип шикләнә сираттағы уҡыусыбыҙ. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында ғына ла Баҡалы урамында “Уфа-Монеты”, Ленин урамында “Антик” һәм Әй урамындағы “Мир монет” кибеттәре һәм башҡалар бар. Әгәр ҙә улар әлегәсә уңышлы эшләп килә икән, тимәк, ундай тәңкәләрҙе тапшырыусылар һәм һатып алыусылар бар.


Кемдәр сайтта күрмәгән, СССР-ҙа сығарылған был биш тинлек тәңкәләрҙең хаҡтарын ҡабатлап бирәбеҙ (әлбиттә, хаҡтарҙың төрлө кибеттә төрлөсә булыуы һәм ваҡыт үтеү менән үҙгәреүе лә бик ихтимал):
1924 йылғы 5 тин – 700 һум,
1927 йылғы 5 тин – 5 500 – 6000 һум,
1929 йылғы 5 тин – 550 һум,
1933 йылғы 5 тин – 15 000 һум,
1934 йылғы 5 тин – 5000 – 5 500 һум,
1935 йылғы 5 тин – 5 000 һум,
1945 йылғы 5 тин – 900 һум,
1947 йылғы 5 тин – 50 000 һум (үтә һирәк осраусы тәңкә).
1951 йылғы 5 тин – 600 һум,
1969 йылғы 5 тин – 900 һум,
1972 йылғы 5 тин – 1 000 һум,
1990 йылғы 5 тин – 6 000 һум (әгәр ҙә Мәскәү аҡса һуғыу йортонда баҫылһа).

"Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас: