Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
5 Ноябрь 2019, 12:55

Илшат Фәйзрахманов юғары вазифаға тәғәйенләнде

Яҡташыбыҙ Илшат Фәйзрахманов БР Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте.

БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры итеп Илшат Фәйзрахманов тәғәйенләнде. Ул республика Ауыл хужалығы министрлығына етәкселек итәсәк, шулай уҡ Урман хужалығы министрлығы, Ветеринария идаралығы, Үҙ йөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы эшен контролдә тотасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илшат Фәйзрахманов Әлшәй районында тыуып үҫкән, аграр тармаҡҡа 2016 йылдың декабренән етәкселек итә. 2017 йылдың ноябрендә БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләнде. 2018 йылдың октябренән ошо вазифаны башҡарыусы булды.