Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
21 Октябрь 2019, 14:11

Инвалидтарға бергәләп ярҙам итәйек

Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу – халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе

Тик шуныһы, ауылдарҙа һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм еңел хеҙмәт тәҡдим ителгән граждандар өсөн эш урындары аҙ.

Районыбыҙҙа быйыл был категория граждандарҙы 52 эш урынына хеҙмәткә урынлаштырыу өсөн КВОТА буйынса мәғлүмәтте 23 предприятие һәм ойошма тапшырҙы.

Быйыл республикала хеҙмәткә һәләтле инвалидтарҙың дөйөм һанынан (74 515 кеше) 16345-е хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барҙы. Билдәләнгән план күрһәткесен үтәү маҡсатында 2019 йылда өҫтәмә рәүештә 11 мең инвалидты эшкә урынлаштырырға кәрәк (беҙҙең районда был күрһәткес – 86).

Эш биреүселәр, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм эш эҙләүсе граждандар араһындағы мөнәсәбәттәр партнерҙарса һәм үҙ-ара килемле булһын өсөн үҙ-ара ышаныс ҡына етмәй, бәйләнеш булдырыу ҙа кәрәк, предприятиелар, ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар буш эш урындары булыуы тураһында мәғлүмәт биргәндә был айырыуса асыҡ күренә. Ни тиклем күберәк предприятие һәм ойошмалар беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итһә, эшһеҙ граждандарҙы, шулай уҡ эш эҙләүселәрҙе хеҙмәткә урынлаштырыу ҙа тиҙ һәм сифатлы буласаҡ.

Һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән осраҡта, уларға кәрәкле эш эҙләү маҡсатында теркәлеү тәртибе, хеҙмәт баҙарындағы хәл, вакансиялы урындар, эш менән тәьмин итеү өлкәһе мәсьәләләре буйынса консультациялар, хеҙмәткә урынлашыуға булышлыҡ итеүсе махсус сараларҙа ҡатнашыу тураһында мәғлүмәт бирелә. Эш менән тәьмин итеү үҙәге квота иҫәбенә эш биреүсе тарафынан күрһәтелгән вакансиялар тураһында ғына түгел, зарарлы хеҙмәт шарттары булмаған һәм һөнәри талаптарға тура килгән теләһә ниндәй башҡа эш урындары булыуы тураһында ла хәбәр итә ала.

Әлеге ваҡытта инвалидтарҙы стажировкалау программаһы старт алды. Шуға бәйле, көньяҡ- көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Әлшәй районы буйынса бүлеге юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға стажировканы ойоштороуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға республика бюджетынан субсидиялар бирелеүе тураһында хәбәр итә. Үҙ предприятиеһын кадрҙар менән тәьмин итеү менән ҡыҙыҡһынған һәм социаль яҡланмаған граждандар проблемаларына битараф булмаған бөтә эш биреүселәрҙе хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ.

Венера ХӘМИҘУЛЛИНА,

көньяҡ- көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе.


Фото: pixabay.com

Читайте нас: