Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
10 Октябрь 2019, 17:22

Сөгөлдөр ҡушып маринадланған кәбеҫтә

2 килограмлы кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турарға,

2 кишерҙе ҡырғыста ҡырырға, сөгөлдөрҙө киҫәкләп турарға.

Кәстрүлгә тәүҙә кәбеҫтә, унан һуң кишер, сөгөлдөр һәм кәбеҫтә һалырға. Һәр ҡатлам өҫтөнә ваҡ итеп туралған һарымһаҡ (1-2 баш алына, нисек яратаһығыҙ) һибергә. Шулай уҡ әсе борос та һибергә була. Ҡатламдар өҫтөнә ҡайнар маринад ҡоябыҙ. Өҫтөн тарелка (маринад кәбеҫтәне ҡаплаһын өсөн ҡул менән еңелсә баҫабыҙ) менән ҡаплайбыҙ һәм ҙур булмаған әйбер ҡуябыҙ. Өс көндән кәбеҫтә әҙер була.

Маринад өсөн: 1 л һыу, 150 гр шәкәр, 2,5 аш ҡалағын өйөп тоҙ, 2 лавр япрағы, хуш еҫле 3 ҡара борос борсағы алына. Төйөлгән борос һалһаң да була. Бөтәһен бергә ҡайнатабыҙ һәм уттан алып 150 гр аш һеркәһе (9 процентлы) өҫтәйбеҙ.


Фото: pixabay.com

Читайте нас: