Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
7 Октябрь 2019, 19:25

Башҡортостанда ветерандарға айлыҡ түләүҙәр арта.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ветерандарға түләүҙәрҙе индексациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

«Документҡа ярашлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан йылдың сәйәси репрессияларҙан зыян күргән тип танылған кешеләргә түләүҙәр 553,28 һумдан 600 һумға тиклем арта, — тип хәбәр итте Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Реабилитацияланған кешеләргә айлыҡ түләүҙәр 659,68 һумдан 700 һумғаса; тыл эшсәндәренә — 415,15-тән 450 һумға тиклем; хеҙмәт ветерандарына 376,06 һумдан 400 һумғаса арта. Пенсия танытмаһына льготаға хоҡуҡ тураһында ҡушымтаһы булған хеҙмәт ветерандарына, шулай уҡ оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр 145,93-тән 200 һумға тиклем күтәрелә».

Фото: pixabay.com

Читайте нас: