Әле Иркутск өлкәһенең Тулун ҡалаһындағы балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыу бара. Билдәле булыуынса, июнь аҙағында Приангарьела барған көслө яңғырҙар йылғаларҙың ташыуына килтерҙе. Ҡаза күргән зонаға 110 ауыл һәм ҡала эләкте, бөтәһе 10 меңдән ашыу йорт һыу аҫтында ҡалды. Айырыуса Нижнеудинск һәм Тулун ҡалаларына ҙур зыян килде.
Акцияны “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте” үткәрә. Был ижтимағи-дәүләт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы 2015 йылдың октябрендә РФ Президенты Владимир Путин указы менән ойошторолғайны. Бөген уның составында 450 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә.
Был изге эште беҙҙең районда ла хупланылар. Раевка гимназияһында мәктәп кәрәк-яраҡтарын ҡабул итеү пункты ойошторолдо.
-Был сараға уҡыусылар, ата-әсәләр, сығарылыш синыфы уҡыусылары бик теләп ҡушылды. Шулай уҡ эшҡыуарҙар Светлана Шәйәхмәтова, Ульяна Сазонова һәм Нина Дзюбенко ла ярҙам ҡулы һуҙҙы. Акция донъяла изге кешеләрҙең күп булыуын күрһәтте. Йыйылған канцелярия тауарҙары Өфөләге балалар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу пунктына тапшырыласаҡ, - ти мәктәптең өлкән вожатыйы Айгөл Камалетдинова.
Шулай уҡ “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы ла дауам итә, уны Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәрә.
Теләге булган һәр кем ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итә ала. Мәктәп кәрәк- яраҡтарын Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23а адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” район-ара үҙәгенә килтерергә мөмкин.
Картинка взята из бесплатного фотобанка