Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
12 Июль 2019, 16:41

Атайҙар өсөн дә капитал буласаҡ

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау маҡсатында Франция менән Сахалиндың тәжрибәһен файҙаланасаҡтар.

Ошо көндәрҙә Йәмәғәт палатаһы Атайлыҡ капиталы мәсьәләһен тикшерҙе. Оҙаҡламай ғаиләле атайҙарға ла бәхет ҡошо йылмаясаҡ. Капиталдың был төрө ғаиләләге өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн биреләсәк. Күләме 453 мең һум буласаҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙәге ғаиләләрҙең 9 процентын күп балалылар тәшкил итә.



Ни өсөн ул Атайлыҡ капиталы тип аталасаҡ һуң? Cөнки бөгөн атай кешенең роле тейешле кимәлдә баһаланмай, уның абруйын күтәрергә кәрәк. Икенсенән, күп балалы ғаиләлә әсәнең иҡтисади бурысы түбәнәйтеп күрһәтелә, ә ир кеше финанс именлеге өсөн яуаплы булып һанала. Шулай уҡ, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, тап атай кеше өсөнсө баланың “заказсыһы” булып тора.


Атайлыҡ капиталы – ипотека бурысының бер өлөшөн ғәмәлдән сығарыу өсөн Президент инициативаһының дауамы ла ул.


Йәмәғәт палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, Әсәлек капиталы торлаҡ һатып алыуға, баланы уҡытыуға тотонола. Атайлыҡ капиталына иһә машина һатып алырға ла була. Йәнә уны фермер хужалығын ҙурайтыуға, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға, ғаилә эшен асыуға ла тотонорға мөмкин.

Фото взята из бесплатного фотобанка.

Читайте нас: