-Ысынлап та, беҙҙең биләмә территорияһында ошо карантин үлән - амброзияны күрергә мөмкин, - ти Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Вадим КИЛСУРИН. – Был үҫемлекте йәшелсә баҡсаларында, йорт алды участкаларында, ҡоймалар эргәһендә һәм юл ситтәрендә осратырға була. Ул хайуандар өсөн дә ағыулы һәм кешеләр һаулығына ла насар йоғонто яһай, сәскә атҡан ваҡытында көслө аллергия тыуҙыра, конъюнктивитҡа, йүтәлләүгә һәм хатта тын ҡыҫылыуға килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондың ҡайһы бер урындарында ҡылйебәк (повилика) тигән тағы ла бер хәүефле үлән үҫә.
Хөрмәтле ауылдаштар, был карантин сүп үләндәренең таралыуына юл ҡуймағыҙ, уларҙы үҙ участкаларығыҙҙа һәм яҡын-тирә биләмәләрҙә тамыры менән йолҡоп алырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл биләмәһе территорияһын тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.