Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
8 Июль 2019, 16:36

Район гәзитен яратып уҡыйбыҙ

Рәйфә һәм Рәйеф Фәхретдиновтар – Иҫке Аҡҡолай ауылында хөрмәтле ғаилә парҙарының береһе.

Күрше генә ауылдарҙа йәшәгән тыйнаҡ, алсаҡ йөҙлө Рәйфә һылыу һәм эшһөйәр, булдыҡлы егет Рәйеф ҡабыҙған ғаилә усағы бәхетле була. Икеһе лә күп балалы ғаиләләрҙә тыуып үҫкән, үҙҙәренең кесе туғандарын да оло тормош юлына баҫтырырға ярҙам иткәндәр, һоҡланғыс балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр, ал-ял белмәй колхозда ла эшләгәндәр.

Бөгөн улар хаҡлы ялда. Әлбиттә, ауыл кешеһенең ял итеп ултырырға ваҡыты ла юҡ, әммә Фәхретдиновтар үҙҙәре яратҡан район баҫмаһын ҡарап сығырға ваҡыт табырға тырыша.

- Быйыл бергә йәшәүебеҙгә 45 йыл тулды. Бөтә ошо дәүерҙә район баҫмаһынан айырылманыҡ. Яратҡан гәзитебеҙҙән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Хәҙер бына сәй эскәндә лә, машинала йөрөгәндә лә уны иҫкә төшөрәсәкбеҙ, - ти ихлас йылмайып, Фәхретдиновтар. Улар “Аҙна һайын бүләк” акцияһында – электр сәйнүге, ә “Бәхетле авто”ла буксирлау өсөн арҡан отто.


Читайте нас: