Ялған һөткә юл ҡуйылмаясаҡ!
Бөгөндән Башҡортостанда һөт продукттарын һатыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. 1 июлдән пальма майы ҡушылған һөт продукттарын тәбиғи продукттар менән бергә һатыу тыйыла.
Был- ҡайҙа тәбиғи ризыҡ, ә ҡайҙа трансмайҙар һәм башҡа зыянлы нәмәләр ҡушылған продукттар икәнлеген халыҡ аңлаһын өсөн эшләнә.“Ялған” һөт ысын һөт менән бер кәштәлә һатылмаясаҡ. Трансмайҙар ҡушылған продукттар айырым кәштәлә һәм хаҡтары йәшел ҡағыҙға яҙылған буласаҡ. Ғәҙәттә, һатып алыусылар продукттың ҡасан сыҡҡанын һәм яраҡлылыҡ ваҡытын ғына ҡарай, этикетканы уҡып тормайҙар. Шуға күптәр ниндәй һөт алғанын аңламай ҙа. Хәҙер кибеттә ҡайҙа ысын һөт икәнлеге теүәл билдәле булырға тейеш, сөнки трансмайҙар ҡушылған продукттарҙа махсус наклейкалар буласаҡ. Яңы ҡағиҙәләр бәләкәй киоскыларҙан алып, ҙур кибет хужаларына тиклем ҡағыла. Үтәлеш "Роспотребнадзор" контролендә буласаҡ. Ысын һәм яһалма һөттәрҙе төрлө кәштәләргә урынлаштырыу – закон сығарыуҙағы үҙгәрештәрҙең бер өлөшө генә. Тиҙҙән электрон сертификатлаштырыу системаһы ла индерелергә тейеш. Был мәсьәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров шәхси контролендә тота. Ялған һөт һатылыу хаҡындағы мәғлүмәт менән ул тура үҙенә мөрәжәғәт итергә ҡушты. Был саралар халыҡты сифатһыҙ продукциянан һаҡлау өсөн эшләнә.