+13 °С
Болотло
Бөгөн республика йылға-күлдәрендә 7 кеше, шул иҫәптән бер бала батып үлгән. Күңелһеҙ статистика беҙҙең районды ла ситләп үтмәне: Дим йылғаһында Сурай ауылынан 53 йәшлек ҡатындың һәм Бәләбәй районында теркәлгән 26 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлдө.
- Һыу ингәндә ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәү һәм үҙ көсөңдө баһалап еткермәү йыш ҡына фажиғәгә килтерә, - ти район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат Моратхужин. - Балаларҙы һыу буйында ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, эскән килеш һыуға төшмәгеҙ, таныш булмаған урындарҙа һаҡ булығыҙ, һыуҙа хәүефле уйындар ойоштормағыҙ, тигән кәңәштәр бирә ул.