Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
3 Июнь 2019, 16:07

Хәмер һатыу тыйыла

Шулай уҡ көндәлек һатыуҙа ла ғәмәлдәге тыйыу ваҡыты өс сәғәткә арттырылды.

Дәүләт Йыйылышы депутаттары һуңғы айҙарҙа айырыуса ентекле тикшерелгән закон – 27 июнь Йәштәр көнөндә, 1 сентябрь Белем көнөндә (әгәр ул йәкшәмбегә тура килһә, иртәгәһе көндө) һәм һабантуйҙар үткәрелгән көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала әлегә тиклем спиртлы эсемлектәр һуңғы ҡыңғырау байрамында ғына һатылманы.

Шулай уҡ көндәлек һатыуҙа ла ғәмәлдәге тыйыу ваҡыты өс сәғәткә арттырылды. Элек магазиндарҙа алкоголле эсемлектәрҙе һатыу 23 сәғәттән иртәнге 8-гә тиклем тыйылһа, хәҙер иһә хәмер 22 сәғәттән иртәнге 10-ға тиклем һатылмаясаҡ.

Читайте нас: