Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
20 Май 2019, 18:41

Йондоҙнамә (20 - 26 май)

Йондоҙҙар беҙгә юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда, тип киҫәтә.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт көндәр. Килеп тыуған мәсьә­ләләрҙе ашыҡмай ғына хәл итерһегеҙ. Был арала алыҫтан ыңғай хәбәр алырһығыҙ. Бик күптән күрмәгән таныш­тарығыҙ үҙҙәре хаҡында белгертер. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – кесе йома һәм йәкшәмбе.



Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна бер аҙ икеле килер. Шаршамбыла ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп сығыр кеүек. Шулай ҙа уны хәл итеү өсөн аҡыл һәм тәжрибәгеҙ етер.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Бөтәһе лә һәүетемсә барыр. Шишәмбелә генә кемдер һеҙҙе алдарға маташыр. Юҡ-бар хәбәргә ышанмағыҙ. Һәр хәлдә уяулыҡты юғалтмағыҙ. Кесе йомала бүләк алыуығыҙ ҙа бар. Аҙна йомғаҡтары менән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Яҡын-тирәләге хәлдәр һеҙҙән һәр саҡ йыйнаҡлыҡ талап итер. Был арала һеҙҙең өсөн иң ҙур байлыҡ ваҡыт булыр. Ул етмәҫ һәм йыш ҡына ашығыс эш итерһегеҙ. Ошо арҡала кесе йомала хата ебәреүегеҙ ҙә ихтимал.


Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна еңел булырға оҡшамай. Дүшәм­белә кемдер бурысығыҙ тураһында хәтерегеҙгә төшөрөр. Был арала күңелегеҙгә оҡшап етмәгән сараларҙа ла ҡатнашырһығыҙ. Кесе йомалағы хәлдәр кәйефегеҙҙе күтәрер.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һәйбәт осор. Бер-бер артлы өмөтлө тәҡдимдәр килеп торор. Ҡарар ҡабул иткәндә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәхет эргәгеҙҙә генә йөрөй. Күпселек осраҡта уңыш һеҙгә йылмайыр. Яҡындағылар һәр саҡ ярҙам-терәк булыр.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор. Иң мөһиме – маҡсаттарығыҙҙы дөрөҫ ҡуйыу һәм эске тауышығыҙға ышаныу. Был арала артыҡ үҙ һүҙле булмауығыҙ хәйерле. Аҙаҡ барыбер һүҙегеҙ дөрөҫкә сығыр.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна һеҙҙең өсөн уңайлы килә. Үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм ышаныслы тойор­һоғоҙ. Шулай ҙа шаршамбыла килеп тыуған мәсьәләне әлегә хәл итә алмаҫ­һығыҙ, моғайын. Уны сисеү юлдарын асыҡлау байтаҡ ваҡытығыҙҙы алыр.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Етди ҡағыҙҙар менән бәйле эштәрегеҙ күбәйер. Был хәл һеҙҙән даими иғтибар һәм түҙемлек талап итер. Бәғзеләрҙе әллә ни алыҫ булмаған сәфәр көтә. Аҙна аҙағындараҡ күптән көткән аҡсаны алырһығыҙ.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала кире ваҡиғалар бөтөнләй булмаҫ. Борсоп торған ҡайһы бер мәсьәләне лә хәл итерһегеҙ кеүек. Яҡындағылар менән дә арағыҙ мотлаҡ һәйбәтләнер. Төп эшегеҙҙә етәкселәр күҙенә артыҡ салынмағыҙ.


Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе яҡшы көндәр көтә. Шишәмбелә иғтибарлы булығыҙ. Осраҡлы ғына бик файҙалы хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Һис ашыҡмаҫҡа, бар эшегеҙҙе аҙағына еткерергә ҡушыла. Һәйбәт көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡатмарлы осор. Төрлө көтөлмәгән ва­ҡи­ғалар булыр. Улар араһында ыңғай­ҙары ла осрар. Был көндәргә ҙур һәм етди эштәрҙе тәғәйенләмәгеҙ. Яңылыш ебәргән хаталар шауҡымы оҙаҡҡа һуҙылыр.

Читайте нас: