Йыл һайын майҙың өсөнсө йәкшәмбеһендә СПИД-тан вафат булғандарҙы халыҡ-ара иҫкә алыу көнө билдәләнә, был сара ла ошо датаға арнала. Саралар “ВИЧ тураһында мәғлүмәт аҙнаһы”, “ВИЧ-ҡа тест үтеү аҙнаһы” һәм “ВИЧ-ҡа ҡаршы әүҙем ғәмәлдәр аҙнаһы” йүнәлештәре буйынса уҙғарыла, тип хәбәр итә акция сайты.
ВИЧ-инфекцияның таралыуын нисек туҡтатырға, уны йоҡтороуға нисек юл ҡуймаҫҡа? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы 8-800-700-90-30 телефоны буйынса Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының “ҡыҙыу линия”һына шылтыратып белергә мөмкин. Шылтыратыуҙар 19 майға тиклем ҡабул ителә. Бәләбәй ҡалаһы, Волгоград урамы, 4/1 адресы буйынса идаралыҡтың территориаль бүлегенә 8 (34786) 4-12-27 телефонына 12 сәғәт 45 минуттан 16 сәғәткә тиклем шылтыратып та консультация алырға мөмкин.