Йыл һайын үткәрелә торған был акцияла йәшкә, милләткә, белем кимәленә ҡарамай, теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала. Эйе, грамоталы булыу бик мөһим, рус телен үҙләштереү еңел булмаһа ла, һәр кем быға ынтылырға тейеш.
Беренсе тоталь диктантты 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары үткәрҙе. 15 йыл эсендә акция бөтә донъяла киң таралыу алды. Былтыр был ваҡиға 227 мең кешене берләштереп, 76 илдә үтте, диктанттың авторы Гүзәл Яхина булды.
Быйылғы диктант тексын яҙыусы, әҙәбиәтсе һәм тәнҡитсе Павел Басинский әҙерләне. Ойоштороусылар әйтеүенсә, диктант тексы элеккесә өс түгел, дүрт өлөштән торасаҡ, был - акцияның төп яңылығы.
Сарала һәр кем ҡатнаша ала. Районыбыҙҙа тоталь диктант 13 апрелдә 13 сәғәттә Раевка гимназияһында үтәсәк.