Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
20 Март 2019, 13:05

Республикала ауыр йөк машиналары хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә

Башҡортостанда 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.

Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу өсөн 1 апрелдән 30-на тиклем йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә лә 26 марттан 24 апрелгә ҡәҙәр ошондай сикләү индерелә.

«Федераль әһәмиәттәге автомобиль юлдары өсөн сикләү ҡаралмаған. Юл билдәләре ҡуйыла, уларҙың талаптарына иғтибарлы булырға кәңәш итәбеҙ», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ЮХХДИ-нан.

Читайте нас: