Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
19 Март 2019, 13:54

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булғың киләме?

Улайһа, шәп тәҡдимдән баш тартма! Конкурста ҡатнаш!

Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы”) Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының иң яҡшы концепцияһына асыҡ конкурс иғлан итә. Авторҙарға Стратегияның иң мөһим элементтарын, төп маҡсаттарын һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләргә кәрәк.



Конкурсҡа ебәрелгән материалдар электрон презентация формаһында булырға һәм бөтөн төп идеяларҙы сағылдырырға тейеш. Бәйгелә республика халҡы ла, Башҡортостандан ситә йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡатнаша ала. Заявкалар 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә.


Ҡатнашырға заявка биреү, конкурстың теүәл шарттары менән танышыу йәки тәҡдимдәр индереү өсөн Стратегияның рәсми сайты: https://strategy.bashkort.org/.