Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
19 Март 2019, 12:50

Рәсми бүлек

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп Солтанғолов Айҙар Тимерхан улы тәғәйенләнде.

Элек был вазифаны башҡарған З. З. Әхмәтов пенсияға сығыуға бәйле, үҙ теләге менән вәкәләттәрен туҡтатты.


А. Т. Солтанғолов 1967 йылда Әлшәй районы Ибрай ауылында тыуған. Юғары һөнәри белемгә эйә – 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Совет армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, 1988 йылда Дәүләкән районының Дүртөйлө урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай, артабан директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. 1994 йылдан 2000 йылға тиклем – Дәүләкән мәктәп-интернаты директоры. 2000 йылда Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән район хакимиәтенең мәҙәниәт, кино, спорт һәм туризм идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдан 2003 йылға тиклем - Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районы хакимиәтенең халыҡ мәғарифы идаралығы етәксеһе. 2003 йылда Раевка ауылының башҡорт лицейы директоры булып эшләй. 2003-2007 йылдарҙа Әлшәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә етәкселек итә. 2007-2019 йылдарҙа – Әлшәй районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе.

“Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы”, “Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән.

Читайте нас: