+5 °С
Болотло
А. Т. Вәлиәхмәтов 1976 йылда Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында тыуған. Юғары һөнәри белемле – 2001 йылда “Тарих” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда “Завет Ленина” хужалығында башлаған. 1994 йылдан 1996 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. 1998 йылдан – Иҫке Аҡҡолай дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡытыусы, 2009 йылдан 2015 йылға тиклем Дәүләкән районы мәктәптәрендә уҡытыусы, унан һуң директор булып эшләй. 2015 йылда Дәүләкән районы муниципаль районының Поляковка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлана. 2016-2019 йылдарҙа – Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы директоры.