Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса “Экология Т” йәмғиәте төбәк операторы хәбәр итеүенсә, техник өҙөклөктәр булыу сәбәпле, ҡайһы бер кешеләргә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу хеҙмәте өсөн дөрөҫ булмаған түләү квитанциялары килтерелгән.
Яңынан иҫәпләү өсөн ғаризаны һәм документтарҙы Раевка ауылы, Ленин урамы, 85а адресы буйынса төбәк операторының яҡындағы офисына тапшырырға кәрәк. Мәғлүмәтте шулай уҡ [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
“Экология” йәмғиәте килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм хаталарҙы төҙәтеү буйынса эш алып барылыуы тураһында хәбәр итә.