Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
4 Февраль 2019, 12:20

Йорт хайуандарына ҡотороу сиренә ҡаршы бушлай прививка

10 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем Раевка ауылы, Коммунистик урамы, 16 а адресы буйынса прививка эшләнә.

Республиканың ветеринария идаралығы бөтә ветеринария участкаларында һәм станцияларында йорт хайуандарына ҡотороу сиренә ҡаршы бушлай прививка яһау буйынса акция иғлан итте.

- Бесәйҙәрегеҙҙе һәм эттәрегеҙҙе аҙна һайын шаршамбы һәм шәмбе көндәрҙә 10 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем Раевка ауылы, Коммунистик урамы, 16 а адресы буйынса прививкаға алып килегеҙ, - тип хәбәр иттеләр Әлшәй район ветеринария станцияһында.

Шулай уҡ Ветеринария идаралығында “ҡыҙыу линия” телефоны эшләй: 8-800-77-55-828.

Фото: Яндекс

Читайте нас: