Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
31 Ғинуар 2019, 13:39

“Башҡортостан Республикаһы Башлығына хат”

Район территориаль һайлау комиссияһы мәктәп уҡыусылары араһында сираттағы һүрәттәр һәм иншалар конкурсын иғлан итә.

Йәш һайлаусы көнөнә арналған бындай бәйге үткәреү яҡшы традицияға әйләнде. Территориаль һайлау комиссияһы йәш рәссамдар һәм ҡәләм оҫталары араһында ижади бәйгене өсөнсө йыл рәттән ойоштора һәм был сара ысын байрамға әүерелә. Йылдан-йыл эштәр ҡыҙыҡлыраҡ була бара, конкурста ҡатнашыусылар даирәһе лә киңәйә.


- Февралдең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән Йәш һайлаусы көнө һайлау комиссияларының йәштәр менән эшләүҙә иң мөһим алымдарҙың береһе булып китте. Был көн уңайынан йыл һайын алда торған һайлауҙар темаһына викториналар, эшлекле уйындар, конкурстар уҙғарыла, уларҙың маҡсаты - йәш быуынды һайлау закондары менән таныштырыу һәм хоҡуҡи мәҙәниәтте күтәреү. Шуныһы ҡыуаныслы, иншалар һәм һүрәттәр конкурсы был саралар араһында айырыуса популяр, - ти территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәйлә Шафиҡова.

8-се, 10-сы синыф уҡыусылары араһында иншалар конкурсында ойоштороусылар ике тема - “Башҡортостан Республикаһы Башлығына хат” һәм “Әгәр мин ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булһам...” темалары буйынса уй-фекерҙәрен белдерергә тәҡдим итә. Ижади эште эссе, хикәйә, һүрәтләмә, интервью һәм репортаж кеүек жанрҙарҙа яҙырға мөмкин.

6-сы һәм 7-се синыф уҡыусылары иһә “Мин Тыуған илемдең киләсәген төшөрәм” темаһына һүрәттәр конкурсында ижади фантазияһына ирек бирә ала. Бында эштәрҙе графика, гуашь, майлы буяу һәм төҫлө ҡәләмдәр менән башҡарырға мөмкин.

Эштәр Раевка ауылы, Ленин урамы, 113 (36-сы бүлмә) адресы буйынса “Конкурсҡа” билдәһе менән район территориаль комиссияһында 22 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - район хакимиәте сайтының https://alshei.bashkortostan.ru/activity/9267/ бүлегендә.

Читайте нас: