Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
13 Декабрь 2018, 13:43

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Юлдарым гел уңып тора.

Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Туғандарым, дуҫтарым яулыҡ ябыныуымды өнәп етмәй, сит кешеләр ҙә йыш ҡына урамда ғәжәпләнеп ҡарап китә...


“Яулығың ҡамасауламаймы?”, “Намаҙ уҡыйһыңмы?” тип һораусылар табылып тора. Ғәмәлдә яулыҡ ябына башлағандан һуң, үҙәмдә ифрат еңеллек тойҙом. Дин юлына баҫыуымдың һауабылыр, шуға Аллаһ Тәғәлә миңә еңеллек бирәлер, юлдарым гел генә уңып торалыр, тип уйлайым.

Яулыҡ ябыныр алдынан бер йыл самаһы уйланып, мосолманса кейенгән ҡыҙҙар менән аралашып йөрөнөм, ни өсөн яулыҡ ябыныуҙарының серенә төшөнөргә тырыштым. Баштараҡ мәсеткә инер алдынан ғына яулыҡ бәйләй торғайным, унан сыҡҡас, сумкама һалып ҡуя инем. Тора-бара яулығыма өйрәнеп киттем, хәҙер унһыҙ йөрөй ҙә алмайым.


Яулыҡ бәйләү тышҡы ҡиәфәтемде генә түгел, күңел донъямды ла үҙгәртте. Мәҫәлән, тыйнаҡ, иманлы булырға өйрәтте. Хәҙер һүҙҙәремде үлсәп кенә һөйләйем, ғәмәлдәремде лә уйлап ҡылам. Ғөмүмән, һәр йәһәттән дә башҡаларға өлгө булырға ынтылыш барлыҡҡа килде.


Ҡыҙҙар, апай, инәйҙәр, яулыҡ ябынырға теләйһегеҙме? Иң әүәл күңел донъяһын байытыу фарыз. Бының өсөн белем эстәү мөһим. Беҙҙең заманда мәғлүмәт алыу мөмкинлектәре бик киң. Белем эстәгән һайын, янығыҙҙа динле кешеләр ҙә артасаҡ. Мәҫәлән, минең тормошомда ярты йыл эсендә иманлы кешеләр шаҡтай күбәйҙе. Улар менән йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарыу, балалар йорттарына, мәсеттәргә вәғәздәргә йөрөү күңелгә йылылыҡ, рәхәтлек өҫтәй.


Урамда берәй мосолман ҡыҙын осратып иҫәнләшкәс (көнөнә ун-ун бишләп осрай улар миңә), кәйефең булмаһа ла, йылмайып ҡуяһың. Аллаһтың рәхмәте иҫкә төшә лә, ҡайғырған сәбәбеңде онотаһың. Эйе, был Аллаһтың беҙгә — ҡатын-ҡыҙға күрһәткән сикһеҙ рәхимлелеге, сөнки ҡиәфәтебеҙ менән дә Аллаһты кешеләрҙең иҫтәренә төшөрәбеҙ.


Ҡайһы бер ҡыҙҙар булмышы менән әҙер булмаған килеш яулыҡ ябына ла, кеше һүҙенә түҙмәйенсәме, әллә сабырлыҡтары етмәйенсәме, яулыҡтарын сисә. Ашыҡ­мағыҙ, күңелегеҙҙә иман бар икән, ул барыбер һине яулыҡ ябынырға саҡырасаҡ. Мәҫәлән, мин үҙемде мәжбүр итмәнем, шуға күрә хәҙер төртмә теллеләрҙең һүҙенә иғтибар итмәйем, төрлө һорауҙарға яуап та бирә алам.


Ғәмәлдә миңә яулыҡ ябынып йөрөү ифрат килешә, үҙемде иркен тота, тормоштан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә башланым. Был ләззәтте һәр ҡатын-ҡыҙ тойһа, барыһының да яулыҡ бәйләгеһе килер ине.

Читайте нас в