Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясно
Иғтибар
4 Декабря 2018, 06:30

Коррупцияны иҫкәртәйек

Һеҙҙән ришүәт һоранылармы? Документтар тултырыу мәсьәләләрен хәл итеү оҙаҡҡа һуҙылдымы?

Добавить в предпочтительные источники Google

Һеҙгә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарындағы вазифалы кешеләрҙең коррупцияға юл ҡуйыу осраҡтары тураһында билдәлеме? Һеҙҙән ришүәт һоранылармы? Документтар тултырыу мәсьәләләрен хәл итеү оҙаҡҡа һуҙылдымы?

Һеҙ Раевка ауылы, Ленин урамы, 144 адресы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тел. 3-07-24, 3-09-91, Эске эштәр министрлығының БР буйынса “ышаныс телефоны”: 128;

РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы Әлшәй район-ара тәфтиш бүлексәһенә: Раевка ауылы, Киров урамы, 3. Тел. 2-35-82;

район прокуратураһына: Раевка ауылы, Азатлыҡ урамы, 101. Тел. 3-03-60.

Читайте нас