-4 °С
Ҡар
Белгестәр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса төбәк операторы эшенә бәйле бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә. Шылтыратыуҙар бушлай, тип хәбәр итә Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йылдан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, сорттарға айырыу һәм утилләштереүгә бәйле бөтә эшмәкәрлекте махсус ойошмалар - төбәк операторҙары тәьмин итәсәк, күп фатирлы йорттарҙа, шәхси секторҙа йәшәүсе бөтә граждандар, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар улар менән килешеү төҙөргә тейеш.