Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
8 Ноябрь 2018, 11:01

Бер яҡлы хәрәкәт индерелә

15 ноябрҙән ҡайһы бер участкаларҙа бер яҡлы хәрәкәт индерелә.

Редакцияға район үҙәгенең Щербаков тыҡрығында йәшәүселәрҙән тыҡрыҡ буйлап транспорттың бер туҡтауһыҙ йөрөүенә зарланып шылтыратыуҙар күп булды.
- Был тыҡрыҡта ғына түгел, башҡа тыҡрыҡтарҙа һәм урамдарҙа йәшәүселәрҙең мөрәжәғәте нигеҙендә, шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында 15 ноябрҙән ҡайһы бер участкаларҙа бер яҡлы хәрәкәт индерелә. Атап әйткәндә, Киров урамынан Космонавтар урамына тиклем Комсомол урамында, Щербаков тыҡрығы буйлап Коммунистик урамынан Космонавтар урамына тиклем, Оҫталар тыҡрығы буйлап Коммунистик урамынан Киров урамына тиклем, - тип яуап бирҙеләр Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтендә.