Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
19 Октябрь 2018, 17:29

Коллекторҙар янаймы?

“Өфөлә йәшәүсе ҡәрҙәшем микрофинанс ойошмаһынанкредит алған һәм мине поручитель итеп күрһәткән.

Хәҙер коллекторҙар уның бурысы арҡаһында гел миңә шылтыраталар. Нимә эшләргә?” – тип һорай район үҙәгендә йәшәүсе бер ҡатын.
-Коллектор – махсуслаштырылған ойошма хеҙмәткәре, ул граждандарҙың түләнмәгән бурыстарын ҡайтартыу менән шөғөлләнә, - тип аңлатма бирә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге юрисконсульты Гөлназ СЛЕСАРЕВА. – Ул бурыслыға ҡарата бурысты алыу өсөн мәжбүр итеү саралары ҡулланырға хоҡуҡлы түгел, был вәкәләттәр суд приставтарына ғына бирелгән. Коллекторҙар бурыслы кеше йәки поручитель менән, Һеҙҙең осраҡтағы кеүек, аҙнаһына бер генә тапҡыр осрашырға, тәүлегенә - бер һәм аҙнаһына ике тапҡыр шылтыратырға мөмкин. Әгәр улар үҙҙәрен агрессив тотһалар, янаһалар, рәнйетһәләр, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Уларҙың хоҡуҡһыҙ ғәмәлдәрен раҫлау өсөн һөйләшеүҙәрҙе яҙҙырырға тырышығыҙ, элемтә операторҙарынан телефон һөйләшеүҙәренең деталлеген алығыҙ. Һеҙ шулай уҡ суд приставтарына, прокуратураға коллекторҙар ғәмәлдәренә ялыу яҙа алаһығыҙ.
Читайте нас: