Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
1 Октябрь 2018, 17:52

Таҫма телдәргә ышанһаң

Мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, полицияғамөрәжәғәт итеүселәр һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәмемәй.

Күптәр яман уй менән эш итеүселәрҙең таҫма теленә ышанып, һуңғы аҡсаларынан да ҡолаҡ ҡаға.
Банк карталары менән мутлашыуҙар артҡандан-арта бара. Интернет селтәрендәге билдәле сайтҡа мал-тыуар, автомобиль һатыу тураһында иғлан ҡуйып та өлгөрмәйһегеҙ, тап шундай тауар бик кәрәк ине, тип һеҙгә шылтыраталар һәм ҡарап та тормай, уны һатып алырға теләүҙәрен белдерәләр. Тик карта номерын, уның артындағы һандарҙы һәм телефонға килгән паролды ғына әйт... Ә бит ҡайһы берәүҙәр уйлап та тормай һорағандың бөтәһен дә асып һала. Һөҙөмтә, һәр ваҡыттағыса, аяныслы – зыян күреүсенең картаһынан һуңғы тиндәренә тиклем юҡҡа сыға.
Баҡһаң, йылғыр кешеләр “Авито” сайтын ғына түгел, “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитен дә ярҙамсы итеп ала икән. Район баҫмаһында быҙау һатылыуы тураһында иғлан баҫылып сыҡҡас, бер егет уны ата-әсәһе өсөн һатып алырға теләүе тураһында белдерә. Ошоноң менән ышанысҡа инә лә инде. Мал өсөн вәғәҙә ителгән 22 мең һумды алыу өсөн бер ҡатлы ҡатын тәүҙә үҙе шылтыратыусыға өлөшләп 16 мең һум аҡсаһын күсерә. Һуңынан ғына алданыуын аңлай. Ҡараҡтың оятһыҙлығы таң ҡалдыра – ул йәнә шылтыратып, тағы ла 4 мең һум аҡса һорай!
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларға, уяулыҡты юғалтмағыҙ, һәр шылтыратыусыға ла ышанып бармағыҙ, тип мөрәжәғәт итке килә. Әйткәндәй, алдаҡсылар телефон аша ғына түгел, башҡа ерҙә лә һағалап тора, улар ауыл халҡының, айырыуса оло йәштәгеләрҙең ҡунаҡсыллығы һәм ихласлығынан оҫта файҙалана. Сәй табыны артында һыйланып ултырған сит кешенең эс-бауырыңа инеп, “бер сәғәткә” генә тип бурысҡа 15 мең һум аҡса алып сығып китеүе бигерәк тә үкенесле.
Бәхеткә күрә, район үҙәгендә йәшәүсе ирле-ҡатынлы пенсионерҙарҙы төп башына ултыртып киткән был әҙәм йоратын оперативниктар тиҙ арала ҡулға ала. Быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән ир йәнә закон алдына баҫасаҡ.
- Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына оло йәштәге яңғыҙ кешеләр яман уй менән эш итеүселәр тоҙағына эләгә, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса һәм полицияның участка уполномоченныйҙары бүлеге етәксеһе Урал Ғиззәтуллин. – Улар бит тиҙ ышаныусан, күптәренә яҡындарының иғтибары етмәй, ә таҫма телле енәйәтселәр улар менән ихлас аралашып, үҙ яғына ауҙара белә. Хөрмәтле әлшәйҙәр, таныш булмаған кешеләргә, уларҙың матур һүҙҙәренә ышанып бармағыҙ һәм йортоғоҙға индермәгеҙ.
Сихыр ҡайтарыу һылтауы менән “асыҡ ауыҙҙарҙың” ҡиммәтле биҙәнгестәрен һәм аҡсаларын һалдырып алған сиған ҡатындары тураһында кем генә хәбәрҙар түгел икән. Әммә мутлашыусылар һаман да кеше алдап, байыуҙарын дауам итә. Мәҫәлән, район үҙәгендә бер ханым бер ҡатлы ирҙең үҙен дә, йорттағы аҡсаларын да “таҙартырға” вәғәҙәләй. Ҡатын аҡсаларҙы “таҙартҡан” арала ир уның үтенесе буйынса эсергә һыу һәм энә менән еп килтереп бирә. Һөҙөмтә аңлашылаҙыр – мендәргә тегелгән 18 мең һум аҡса урынына ялған купюралар ғына тороп ҡала.
Ошо көндәрҙә райондың хоҡуҡ һаҡлаусылары “Торлаҡ секторы” операцияһы сиктәрендә мутлашыу осраҡтары тураһында халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара. Алдаҡсыларҙың ҡорбанына әүерелмәҫ өсөн уяулыҡ тураһында оноторға ярамай, тип ҡат-ҡат иҫкәртә полиция хеҙмәткәрҙәре.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Читайте нас: