Улар ғәмәлдә коммуналь көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүҙе аңлата.
Һүҙ сүп-сар йыйыу һәм сығарыу тураһында бара. Яңы йылдан был хеҙмәт түләүле һәм бөтәһе – граждандар, юридик шәхестәр, барлыҡ ауылдарҙағы эшҡыуарҙар өсөн дә мотлаҡ үтәлергә тейешле хеҙмәт буласаҡ. Ә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, транспортировкалау, сорттарға айырыу һәм утилләштереү менән махсус ойошмалар – төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк. Башҡортостанда биш зонаға дүрт төбәк операторы билдәләнде.
- Әлшәй районы 4-се зонаға инә, аукцион һөҙөмтәләре буйынса беҙҙе Туймазынан “Экология Т” компанияһы хеҙмәтләндерәсәк, - тип аңлатты район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре буйынса баш белгесе Альбина Сәлихова. – Төбәк операторы хеҙмәттәре суммаһын республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлаясаҡ, көнкүреш ҡалдыҡтарын алып киткән өсөн түләү квартирала йәки йортта теркәлгән кешеләр һанына ҡарап иҫәпләнәсәк.
Законға үҙгәрештәр индереүҙең төп маҡсаты – ойошҡан рәүештә көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу, ә иң мөһиме - эшкәртеү юлы менән йыйылып ятҡан сүп-сарҙың тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләр һаулығына насар йоғонтоһон кәметеү.