Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
2 Август 2018, 17:51

Вәт, ҡыҙыҡ!!!

– Доктор, ҡатынымдың тауышы юғалды. Нимә эшләргә икән?– Ә һин төнгө cәғәт өстә ҡайтып ҡара.

Беренсе тапҡыр парашюттан һикерергә йыйынған егет инструкторҙан һорай:

– Әгәр төп парашютым да, запас парашютым да асылмаһа, мин ергә тиклем күпме ваҡыт осасаҡмын?

– Күпме тип... Шул, ҡалған бөтөн ғүмерең буйы инде...


***

Атаһы, әсәһе һәм бәләкәс кенә малайҙары парк буйлап китеп баралар.

– Атай, был ниндәй ағас? – тип һорай малай.

Атаһы:

– Был, улым, ағас.

– Ә бына был һәйкәл нимә тип атала?

– Был, улым, һәйкәл.

– Ә был ниндәй ҡош?

– Был, улым, ҡош.

Әсәһе:

– Улым, етәр, юҡ-бар менән атаңдың башын ҡатырып килмәле!

Атаһы:

– Һораһын, ҡатын, һораһын. Бала бәләкәйҙән үк барыһын да белеп үҫергә тейеш!


***

Теш табибы пациентҡа:

- Тешегеҙҙе дауалап бөттөм. Ике сәғәт тирәһе ашамай тороғоҙ!

- Ике сәғәт ти... Һеҙҙәге хаҡтар менән ярты йыл самаһы ас йөрөйәсәкмен әле!!!


***

Мәктәп директоры коридорҙа шуҡлығы менән башҡаларҙан бер башҡа юғары торған Кәбирҙе тотоп ала ла, эш ҡуша:

– Бар, Кәбир, икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙе буяп сыҡ.

Ике сәғәттән кабинетҡа Кәбир килеп инә:

– Ағай, рамдарын да буярғамы?


Читайте нас: