Бала тыуыуы – бигерәк тә тәүге сабыйҙың донъяға килеүе – һәр ваҡыт шатлыҡлы ваҡиға. Әммә Раевка ауылынан Демешовтар ғаиләһендә Никита тыуғас, көтмәгәндә бәлә ишек шаҡый – балаға тыумыштан килгән ҡатмарлы йөрәк зәғифлеге (порок) тигән диагноз ҡуйыла.
Туғыҙ йәшенә тиклем ете операция үткәргән малайҙың ата-әсәһенә күпме ҡайғы кисерергә тура килгәнен Хоҙай үҙе генә беләлер. Беренсе тапҡыр Никитаға дүрт айлыҡ сағында операция яһайҙар.
Новосибирск ҡалаһындағы фәнни-тикшеренеү институтына һуңғы барыуҙарында, бөтә операциялар сабыйға шунда эшләнгән, ата-әсәгә күңелһеҙ хәбәр еткерәләр. Германияла операция эшләтеү генә баланың ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ. Әммә уның өсөн 37680 евро йәки 2 млн 733 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Ғаиләлә малайҙың атаһы ғына эшләй, шуға ла был улар өсөн бик ҙур сумма.
Кеше ҡайғыһына битараф булмағандар был сумманың миллион һумдан күберәген йыйырға ярҙам иткән, бының өсөн Демешовтар уларға бик рәхмәтле. Әммә был ғына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етерлек түгел. Беҙ бөтә әлшәйҙәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Бөтәбеҙ бергәләп кенә Никитаға ярҙам итә алабыҙ!
Әсәһенең реквизиттары: Һаҡлыҡ банкыһы картаһы 4817 7600 6114 9104. Картаға беркетелгән телефон номеры: 8-927-956-1868. Һаҡлыҡ банкында иҫәп счеты: 40817810006004573551. Алыусы - Демешова Виктория Петровна.