Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
21 Июнь 2018, 18:35

Түләүҙәр «Мир» картаһына күсерелә

1 июлдән бюджет өлкәһендә эшләүселәр, шул иҫәптән пенсионерҙар һәм студенттарға бөтә түләүҙәр «Мир» картаһына күсерәләсәк.

Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Урал баш идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк-бүлексәһе матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, башҡа түләү системалары картаһына эйә пенсионерҙар халыҡ-ара түләү системалары карталарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, ләкин 2020 йылдың 1 июленән дә һуңламай, «Мир» картаһына күсерелә.

Шул уҡ ваҡытта аҡсаны алыу ысулын һайлау тәртибе һаҡланып ҡала. Йәғни, пенсионер пенсияһын ҡулаҡса менән йәки картаға бәйле булмаған банктағы иҫәпкә алырға теләһә, түләүҙәрҙе элеккесә алыу мөмкинлегенә эйә.

Әгәр ул аҡсаны картаға алырға теләй икән, уға «Мир» картаһы ғына сығарыла һәм кәм тигәндә ошондай бер карта уның өсөн бушлай, бер ниндәй комиссияларһыҙ сығарылырға тейеш.

Милли түләү системаһы булған «Мир» картаһын бөтә банктар ҙа сығара, гражданин үҙенә уңайлы банкты һайлап алырға тейеш, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: