Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
26 Апрель 2018, 11:41

Ялған аҡсаны нисек танырға?

Республикала ялған аҡса әйләнеше артыуы күҙәтелә. Уларҙың күп өлөшөн Төньяҡ-Кавказ төбәгендә юғары сифатлы ҡоролмала баҫылған 5000 һумлыҡ ялған банкноттар тәшкил итә.

Республикала ялған аҡса әйләнеше артыуы күҙәтелә. Уларҙың күп өлөшөн Төньяҡ-Кавказ төбәгендә юғары сифатлы ҡоролмала баҫылған 5000 һумлыҡ ялған банкноттар тәшкил итә.

Ялған аҡсаларҙы ысын купюраларҙан айырып торған төп билдәләр:

*ялған банкноттарҙа һыу билдәләре һүрәтләнеше боҙолған;

*банкноттарҙы яҡтыға ҡуйып ҡарағанда һаҡлағыс еп имитацияһында полимер нигеҙ сиктәре юҡ. “5000 ЦБР” тексы тик тура һәм әйләндерелгән килеш яҙылған;

*ҙурайтып ҡарағанда ялған банкнотта Рәсәй Банкы эмблемаһының нәҙек кенә параллель штрихтарҙан тороуы күренә;

*яҡтыға ҡуйып ҡарағанда банкноттың ал һәм арт яғындағы һүрәттәр тап килмәй;

*ысын купюраны ҡарағанда алғы яҡтан уң яҡлап аҫҡы мөйөштә, әгәр банкнотты яҡтылыҡ төшөүгә ҡарап төрлөсә әйләндерһәң, РР (Рәсәй аҡсаһы) тип яҙылған ике хәрефте күрергә мөмкин, ул кипп-эффект тип атала, ә ялған купюрала ул юҡ.

Ультрашәмәхә нурланышында ысын банкноттарҙа алғы яҡтан тар купон киңлегендә яҙылған серия номеры ҡыҙғылт булып күренә.

Инфраҡыҙыл нурланышта детектор экранында купюраның тулы һүрәте күренә (ә Рәсәй Банкының ысын аҡсаларында - тик айырым фрагменттар ғына).

Әгәр һеҙҙә купюрала ялған аҡса билдәләре булыуына шик тыуһа:

ашығыс рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртығыҙ (тревога кнопкаһын файҙаланып, телефон буйынса);

ялған аҡса биргән кешенең билдәләрен (кейемен, автомобиль номерын һәм ҡайһы яҡҡа китеүен) иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ, һаҡ хеҙмәте булған осраҡта, уны ҡулға алыу сараһын күрегеҙ.

А. ЧУГУНОВ,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге етәксеһе.

Полицияның дежур часы телефондары: 102, 3-12-09, 3-07-24.

Читайте нас: