Беҙҙең Иҙрис ауылы зыяраты илебеҙҙең тарихи ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. Ауылдаштар, яҡташтар менән ошо изге урынды сүп-сарҙан таҙартып, ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫеп тәртипкә килтерһәк, бик яҡшы булыр ине. Шуға ла 2 майҙа бөтәгеҙҙе лә сәғәт 10-ға өмәгә саҡырабыҙ. Үҙегеҙ менән эш ҡоралдары алып килергә онотмағыҙ.
Шулай уҡ изге әүлиә ҡәберлеген уратып алырға һәм эш ҡоралдары, ерләү кәрәк-яраҡтары һаҡлар өсөн бәләкәй генә зыярат йорто ла кәрәк. Ошо изге эшкә һәр кем үҙ өлөшөн (1 мең һум күләмендә) индерһен ине. Әйҙәгеҙ, битараф булып ҡалмағыҙ, йәмәғәт! Һорауҙарығыҙ булһа, 8-906-373-9747, 8-927-235-6574 телефондарына шылтыратығыҙ.
ауыл старостаһы, Шафран ауыл биләмәһе депутаты.