Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
18 Апрель 2018, 11:02

Диңгеҙселәр батырлығы - мәңге хәтерҙә

Республиканың Диңгеҙ Йыйылышы Хәрби-Диңгеҙ Флоты сафында хеҙмәт иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған Хәтер китабы булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны.

Республиканың Диңгеҙ Йыйылышы Хәрби-Диңгеҙ Флоты сафында хеҙмәт иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған Хәтер китабы булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны.

Башҡортостанда Диңгеҙ Йыйылышы ун биш йылдан ашыу эшләй, уның беҙҙең райондағы филиалы ла шунса дәүер эш алып бара. Башҡортостан диңгеҙселәре күп кенә изге эштәр башҡара, ветерандарға һәм һалдат әсәләренә ярҙам итә, илебеҙҙең хәрби тарихын өйрәнеүгә, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индерә. Уларҙың инициативаһы менән Өфөнөң Еңеү паркында тыныс ваҡытта хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан диңгеҙселәренә мемориаль комплекс асыу республика кимәлендә уҙған йылдың иң сағыу ваҡиғаһы булды.

Башҡортостан диңгеҙселәре киләсәккә изге уй-хыялдар менән йәшәй. Улар Хәрби-Диңгеҙ Флоты сафында хеҙмәт иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә Хәтер китабы булдырыуға тотонған да инде.

- Инициатива төркөмө бөгөн мәғлүмәт йыйыу эшен башланы, - ти Әлшәй диңгеҙселәре рәйесе, отставкалағы II ранг капитаны Виталий Антоненко. – Форсаттан файҙаланып, беҙ район халҡына шуны әйтергә теләйбеҙ: әгәр һеҙҙең туғандарығыҙ йәки яҡындарығыҙ һуғыш йылдарында флотта хеҙмәт итһә, уларҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған көнө, һәләк булған йәки вафат булған көнө, ниндәй флотта хеҙмәт итеүе, һуғыштан һуңғы хеҙмәт биографияһы, наградалары тураһында мәғлүмәтте Диңгеҙ Йыйылышына хәбәр итһәгеҙ ине. Беҙгә Башҡортостан диңгеҙселәренә бәйле теләһә ниндәй мәғлүмәт ҡыҙыҡлы. Уларҙың фотоһүрәттәрен дә ебәрһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Әгәр һеҙ флот ветерандары тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, шулай уҡ редакцияға ла хәбәр итә алаһығыҙ. Йыйылған бөтә материалар республиканың Диңгеҙ Йыйылышы Хәтер китабында урын аласаҡ. Һәм был ғына ла түгел. Билдәле булыуынса, республиканың Диңгеҙ Йыйылышы Өфөнөң Еңеү паркында тағы ла бер иҫтәлекле урын – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Башҡортостан диңгеҙселәренә мемориаль комплекс асырға ниәтләй. Ундағы иҫтәлекле таҡтаташта һеҙҙең атайҙарығыҙ һәм олатайҙарығыҙҙың исем-фамилиялары ла күрһәтеләсәк.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән 8-917-486-4700 телефоны буйынса район Диңгеҙ Йыйылышы рәйесе В. М. Антоненкоға мөрәжәғәт итегеҙ. Материалдарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ.

Читайте нас: