Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
9 Апрель 2018, 12:03

Тоталь диктантҡа саҡырабыҙ

Диктант өсөн текстарҙы билдәле яҙыусылар әҙерләй. Быйыл уны 2015 йылда “Ҙур китап” премияһын алған “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы авторы Гүзәл Яхина тәҡдим итәсәк.

Йыл һайын үткәрелеүсе был акция 14 апрелдә уҙасаҡ. Тәүге тоталь диктант 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетында үткәрелде. 15 йыл эсендә акция бөтә донъяға таралып, былтыр ул 71 илдә үтте һәм унда 866 ҡаланан 200 мең кеше ҡатнашты.

Диктант өсөн текстарҙы билдәле яҙыусылар әҙерләй. Быйыл уны 2015 йылда “Ҙур китап” премияһын алған “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы авторы Гүзәл Яхина тәҡдим итәсәк.

Беҙҙең районда тоталь диктант Раевка гимназияһында үтәсәк. Ул 13 сәғәттә башлана. Акцияның координаторы - Раевка 4-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Э. Ш. Шевяхова.

Сарала ҡатнашыу totaldict. ru сайтында теркәлеп, Раевка ауылы битенә инергә, майҙансыҡты (Раевка гимназияһы) һайларға, “Теркәлергә” төймәһенә баҫырға һәм артабан инструкция буйынса эш итергә. Был диктантты тикшергәндән һуң шәхси кабинетта үҙ һөҙөмтәгеҙҙе белеү өсөн кәрәк. Теркәлеүҙе шулай уҡ диктант үткәреү урынына килгәс тә үтергә мөмкин.

Мәғариф бүлеге.
Читайте нас: