Меңлеләр – башҡорт халҡының 100 меңдән ашыу кешене тәшкил иткән иң ҙур ырыуҙарының береһе. Улар башҡорттарҙың көньяҡ-көнбайыш төркөмөнә инә һәм Дим, Өршәк йылғалары буйында йәшәй. Әлеге ваҡытта мең ырыуы вәкилдәре Иглин, Шишмә, Әлшәй, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Ауырғазы, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Өфө һәм Бишбүләк райондары территорияларында көн күрә.
Район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе, хакимиәт башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләренә ентекле туҡталды һәм башҡарма комитет ағзаларына делегаттар - мең ырыуының йәмәғәт форумында районыбыҙҙы лайыҡлы тәҡдим итерлек иң әүҙем вәкилдәрен һайлау эшен үткәрергә ҡушты.