Районда 20 марттан 28 мартҡа тиклем “Бурыслы” профиликтик сараһы үткәрелә, ул административ хоҡуҡ тәртибен боҙған өсөн элек һалынған штрафтарҙы түләтеүгә йүнәлтелгән.
- Ҡануниәттә штрафты ирекле түләү срогы ҡаралған – ул штраф һалыныу тураһында ҡарар көсөнә ингәндән һуң алтмыш көндән дә һуңламай түләнергә тейеш, - тип аңлатты Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең административ закондарҙы үтәү төркөмө өлкән инспекторы Альбина Кутьянова. – Юғиһә бурыслы кешегә яңынан икеләтә күләмдә штраф һалынасаҡ, ул мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ бурысын түләмәгән кешене 15 тәүлеккә тиклем аресҡа алыу, мотлаҡ эштәргә ебәреү ҡаралған.
Бурыс булыу-булмауы тураһында полицияның участка уполномоченныйынан йәки Эске эштәр министрлығы бүлегендә, ЮХХДИ бүлексәһендә белергә мөмкин.