16-17 мартта республиканың күп функциялы үҙәктәрендә һалым түләүселәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үтә. Сарала:
-физик шәхестәр килемдәренә һалым һалыу, шул иҫәптән һалым декларацияһы тапшырыу һәм һалым ҡайтармалары, шулай уҡ 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырыуға консультация алырға;
-декларация тапшырыу һәм НДФЛ буйынса артыҡ түләнгәнде ҡайтарыуға ғариза тултырырға;
-“һалым түләүсенең шәхси кабинеты”н асырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер һалым декларацияһын күп функциялы үҙәк офистары аша ла тапшыра алаһығыҙ.
Тулы мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында һәм 8 (347) 226-38-00 “ҡыҙыу линия” телефоны буйынса алырға мөмкин.