Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
26 Февраль 2018, 02:00

“Ғаилә менән селфи”

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Республикабыҙҙа 2018 йыл Ғаилә йылы билдәһе аҫтында үтә. Ошоға бәйле, “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы “Ғаилә менән селфи” тип аталған конкурс иғлан итә.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Республикабыҙҙа 2018 йыл Ғаилә йылы билдәһе аҫтында үтә. Ошоға бәйле, “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһы “Ғаилә менән селфи” тип аталған конкурс иғлан итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ғаилә менән селфи эшләргә кәрәк, ата-әсәләр менән балалар ғына түгел, өләсәй-олатайҙар, бәлки ҡарт өләсәй-олатайҙар ҙа, һәм башҡа яҡындарығыҙ менән төшкән фотоһүрәттәр хуплана.
Әлбиттә, эшегеҙгә ижади, креатив ҡараш баһалана. Бергәләп спорт менән шөғөлләнгән, саф һауала йөрөгән, бейеүҙәр, уйындарҙа ҡатнашҡан, байрамдарҙа яһаған селфи булырға мөмкин. Ауыл ерендә йәшәүебеҙҙе иҫәпкә алып, шәхси хужалыҡта ғаиләнең бергәләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡарағанын йәки башҡа эштәр менән мауығыуын төшөрөргә була.
Барлыҡ селфиҙар гәзитебеҙ сайтында, социаль селтәрҙәрҙәге беҙҙең төркөмдәрҙә урынлаштырыласаҡ, ә иң ҡыҙыҡлы фотолар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә. Төп приз – селфи-таяҡ.
Ашығығыҙ! Бәйге апрелгә тиклем генә дауам итә! Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ. Alvesti@yandex.ru электрон адресына “Конкурсҡа” тигән билдә ҡуйып, селфи һәм ғаиләгеҙ тураһында ҙур булмаған һүрәтләмә яҙып ебәрегеҙ.
Һүрәттә: Балғажы ауылынан Хажиевтар ғаиләһе.