Ижади ярыш буласаҡ һайлаусылар – 8-10-сы синыф уҡыусылары араһында үткәрелә. Алдағы һайлау тураһында фекереңде белдереп, йәш һайлаусыларҙың унда ҡатнашыуының мөһимлеге, ил Президенты ниндәй һыҙаттарға эйә булырға тейешлеге тураһында “Рәсәй Федерацияһы Президентына хат” һәм “Әгәр мин ил Президенты булһам” темаларына инша яҙып, территориаль һайлау комиссияһына ебәрергә кәрәк. Ә бына 6-7-се синыф уҡыусылары өсөн “Мин Тыуған илемдең киләсәген төшөрәм” һүрәттәр конкурсы иғлан ителде.
Эштәр 28 февралгә тиклем Раевка ауылы, Ленин урамы, 113 адресы буйынса 36-сы бүлмәлә ҡабул ителә. Иң яҡшы иншалар Рәсәй Президентын һайлау көнөндә Раевка ауылының һайлау участкаларында ойошторолған күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Конкурс тураһында положение менән район хакимиәте сайтында танышырға мөмкин.