Беҙ уны кәрәкһә-кәрәкмәһә лә һәр ваҡыт ҡулланабыҙ, ә һөҙөмтәһен уйламайбыҙ. Әгәр ҡала, төбәк йәки ил күләмен алһаҡ, бындай тиҙлек менән ун, йөҙ йылдан һуң бит тимер сүбе менән бөтә ерҙе тултырасаҡбыҙ. Ә был үҙе экологик һәләкәткә тиң! Уға тиклем йөҙҙәрсә йыл үтә бит, ул ваҡытта беҙ инде булмайбыҙ, тиерһегеҙ. Ә һеҙ балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе, бүләләрегеҙҙе яратаһығыҙмы, уларҙың сәләмәт йәшәүен, файҙалы ризыҡ менән туҡланыуын теләйһегеҙме, тип һорағым килә. Һеҙ бит бер тауыштан, әлбиттә, тип яуап бирәсәкһегеҙ. Шулай булғас, уйлап ҡарағыҙ, бер көн килеп һеҙҙең ейәнегеҙ йәки бүләгеҙ ҙә үҙҙәренең балалары таҙа экологик мөхиттә йәшәүен теләйәсәк бит.
Ошо проблема тураһында етди уйланһағыҙ ине. Файҙаланылған беркеткестәрҙе айырым һауытҡа йыйып, тимер ҡабул итеү пунктына тапшырһаҡ, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән?