Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
13 Февраль 2018, 11:18

“Мин тормошто һайлайым!”

Район хакимиәтенең йәштәр эштәре комитеты сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы видеороликка конкурс үткәрә.

Район хакимиәтенең йәштәр эштәре комитеты сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса иң яҡшы видеороликка конкурс үткәрә.

Бәйгелә 14 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәр – айырым авторҙар һәм коллективтар ҡатнаша ала. Бының өсөн “Мин тормошто һайлайым” темаһына видеоролик (5 минутҡа тиклем) әҙерләргә кәрәк, уның йөкмәткеһе ҡыҫҡа һәм үҙенсәлекле булырға, тамашасыны сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға һәм насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға әйҙәргә тейеш.


Видеороликтар 16 мартҡа тиклем CD-R, CD-RW, DVD-ҙа, флешкаларҙа Раевка ауылы, Совет майҙаны, 3 адресы буйынса “Поручик Раевский” йәштәр үҙәгендә ҡабул ителә йәки alsh [email protected] электрон почтаға ебәрергә.

Тел. 8 (34754) 3-07-77.


Читайте нас: