Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар
6 Февраль 2018, 12:17

Дим һылыуҙары, һеҙҙең өсөн!

17 февралдә социаль-мәҙәни үҙәктә “Дим һылыуы-2018” район конкурсы уҙасаҡ.

17 февралдә социаль-мәҙәни үҙәктә “Дим һылыуы-2018” район конкурсы уҙасаҡ. Матурлыҡ бәйгеһенә 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар саҡырыла.
Төп талаптар:
әҙәби башҡорт телен,
башҡорт халҡы йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү,
сәхнә оҫталығы,
ҡатнашыусының буйы 168 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Һәр конкурсант:
визитка (башҡорт телендә үҙең менән таныштырыу),
ижади номер (башҡорт бейеүе, йыр/таҡмаҡ, актерлыҡ этюды) әҙерләргә,
ҡупшы күлдәктәрҙә сәхнәлә йөрөү оҫталығын күрһәтергә тейеш.
Заявкалар 3-12-54, 8-937-849-2736 (Земфира Ситдиҡова) телефондары буйынса ҡабул ителә.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас: